Эшкәртеү заводтары яртылаш ҡеүәтенә эшләгән, ә аҙыҡ-түлек баҙары һөткә ҡытлыҡ кисергән ваҡытта етештереүселәр һауымды арттырыу сараһын эҙләй. Һөт ризыҡтары баҙарын көйләү кеүек эҙмә-эҙлекле эште депутаттар үҙ ҡарамағына алды. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, тәбиғәтте файҙаланыу һәм ер аҫты байлыҡтары буйынса комитетының сираттағы күсмә ултырышында ошо һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде. Аграр комитеттың күсмә ултырышы өсөн Алексеевский совхозы ауыл хужалығын заман талаптарына ярашлы тиҙлек һәм оҫталыҡ менән алып барыусы хужалыҡ булараҡ һайланды. Ул башҡаларға өлгө күрһәтә ала. Алексеевка эшсәндәре ауыл хужалығының ғәҙәти тармаҡтары араһында емеш ағастарын ғына үҫтермәй. Үҫемселек менән малсылыҡ аҙығының иһә исемлеге киң. Булған майҙандарға өҫтәп быйыл февраль айында 1 гектарлыҡ йылытма сафҡа индерелгән, йәнә 2 ярым гектар ер йәйгелек төҙөлөшкә әҙерләнә. Һауым кимәлен күтәреүгә ҡараш та бында хужаларса. Тәү бурыс — туҡлыҡлы мал аҙығы әҙерләү. Икенсеһе — һыйырҙарҙы аҫрау шарттарын яҡшыртыу, тоҡомсолоҡ, йәш малды үрсетеү мәсьәләһен хәл итеү, өсөнсөһө — һауым барышын камиллаштырыу. Сит илдән аҙыҡ индереүҙе сикләү республика предприятиелары өсөн етештереү күләмдәрен арттырыу мөмкинлеге бирҙе. Магазин кәштәләрендәге ризыҡтарҙың 88 проценты үҙебеҙҙә сығарыла. Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Азат Йыһаншин әйтеүенсә, бер кешегә тейеш һөт кимәле төбәктә ҡәнәғәтләнерлек етештерелә, әммә һөт эшкәртеү заводтары үҙ ҡеүәтенең 70 процентын ғына файҙалана. Был күрһәткескә хаҡтар сәйәсәте лә йоғонто яһай.Малсылыҡ етештереүсәнлеге буйынса Башҡортостан Волга буйы төбәгендә артта ҡалғандар рәтендә. Һөҙөмтәне яҡшыртыу сараларын асыҡлар өсөн Ҡоролтай депутаттары етештереүселәр, эшкәртеүселәр һәм һатыусыларҙы бер фекер алышыу майҙанына йыйҙы. Ултырышта зар ғына түгел, эшлекле тәҡдимдәр ҙә яңғыраны. Сауҙа әйләнешенә „социаль һөт„ тигән аҙыҡ төрөн индереү шулар иҫәбендә. Майлылығы түбән, хаҡы арзан ризыҡты барыһы ла һатып ала алыр ине. Баҙар иҡтисады ихтыяж менән тәҡдимдең тапкилешенә нигеҙләнә. Ултырышта билдәләнеүенсә, һөт ризыҡтары баҙарын дөрөҫ көйләү өсөн хужалыҡтар һауым күләмен етештереүсәнлекте үҫтереү иҫәбенә арттырырға, сауҙа предприятиелары антибиотиклы һөттән баш тартып сифатҡа өлгәшергә, заводтар иһә аҙыҡты республиканан сит төбәктәргә һатыу маҡсатында етештереү ҡеүәтен нығытырға тейеш.
Парламент комитетының күсмә ултырышы
Тулыраҡ: Парламент комитетының күсмә ултырышы