Үткән ике көндә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың йәнә 604 осрағы теркәлгән. Сир эләктергәндәрҙең дөйөм иҫәбе 58 меңдән арты. 52 мең ярымға яҡын кеше ауырыуҙан уңышлы арынған. Әлеге көндә вирус менән 4 мең 600 кеше көрәшә, шуларҙың 722-һе стационарҙа, 54 сирле ауыр хәлдә, ун сирле яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ял көндәрендә 28 ватандашыбыҙ коронавирус инфекцияһынан һәләк булған.
Рәсәйҙә COVID-19 сирен йоҡторғандар һаны, пандемия башынан иҫәпләгәндә, ете миллиондан ашты. Үткән тәүлектә 18 645 кешелә коронавирус танылған. Үлем осраҡтары үткән тәүлек менән сағыштырғанда 793-кә артҡан. Әлеге ваҡытта COVID-19-ҙан 554 668 кеше дауалана.
Донъяла COVID-19 сиренең 220 миллион 600 мең осрағы теркәлгән, дүрт миллиондан ашыу кеше мәкерле сирҙән вафат булған.
Йоғошло ауырыуҙан һаҡланыуҙың иң яҡшы сараһы тип вакцинация танылған, Бөгөнгә донъяла ковидтан вакцинаның 5 миллиард ярымға яҡын миҡдары һалынған. Ҡайһы бер илдәрҙә халыҡтың уртаса 70 проценты вакцинацияланған. 70 дәүләттә Рәсәйҙә етештерелгән «Спутник V» вакцинаһының файҙаһы ыңғай баһаланған.
Башҡортостанда ла күмәк вакцинация дауам итә. Бөгөнгә 1 миллион 180 мең кешегә прививканың беренсе компоненты яһалған. Бер миллион ҡырҡ мең кеше тулыһынса вакцинацияланған.