“Һаулыҡ поездары” маршруты

Тулыраҡ: “Һаулыҡ поездары” маршруты

Төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда “Һаулыҡ поездары” 6-10 сентябрҙә юлын дауам итә. Киләһе биш көндә табип бригадалары тағы ла алты районда халыҡты ҡабул итәсәк. Дыуан Дүртөйлө, Әлшәй, Көйөргәҙе, Күгәрсен һәм Хәйбулла райондарында терапевтар менән бер рәттән күп йүнәлешле белгестәр эшләй. Табиптарға алдан яҙылыу ҡаралмаған, ҡабул итеү сират буйынса.