Башҡортостанда быйыл милли кейем көнө 10 сентябргә тап килә. Тантана был юлы «Зауралье-2021» форумы сиктәрендә үтә.
Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы Сибайҙа өсөнсө тапҡыр ойошторола. Стратегик инициативалар агентлығы менән Башҡортостан Хөкүмәте сараны Урал аръяғы райондарын үҫтереү маҡсатында үткәрә.
Эшлекле йыйында инвесторҙар, төбәк һәм федераль учреждениелар, бизнес һәм мәҙәниәт вәкилдәре, эксперттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашып экология, сәнәғәт, ауыл хужалығы, эске туризм кеүек мөһим мәсьәләләр тураһында фекер алышырға әҙерләнә. Форум барышында ике фестиваль дә ҡаралған – Милли ризыҡтар бәйгеһе менән «КумысFEST» фестивале.
Милли кейем көнө Республика башлығы Указына ярашлы 2020 йылдан башлап ике тапҡыр — апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында — билдәләнә. Байрам Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең мәҙәниәтенә ҡағылырға мөмкинлек бирә. Милли кейем көнө уңайынан ойошторолған кавалькада йөрөшөндә болгарҙар, чечендар, украиндар, татарҙар, башҡорттар, рустар, үзбәктәр, тажиктар һәм башҡа халыҡтар милли костюмдарын күрһәтергә йыйына.
Күмәк сараларҙың барыһы ла Роспотребнадзор раҫлаған санитария-гигиена талаптарын үтәп ойошторола.