Һалҡын көндәр килә

Тулыраҡ: Һалҡын көндәр килә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан бүлексәһе республика халҡын көндәрҙең һыуытыуы һәм ҡырауҙар тураһында иҫкәртә. Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы төндә урыны менән һауа температураһының нолдән биш градусҡа тиклем түбәнәйеүе һәм ҡырау төшөүе көтөлә.

Киләһе тәүлектә көндөң аяҙлы-болотло булыуы күҙаллана. Төндә урыны менән бер аҙ, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа уртаса кимәлдә ямғыр яуыуы ихтимал. Көндөҙ ямғырҙарҙың республика буйынса яуыуы көтөлә. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеп талғын, көндөҙ көнбайыштан һәм төнъяҡ-көнбайыштан секундына 7-12 метр тиҙлектә иҫә.

Һауа температураһы төндә 2-7 градус йылы, аяҙытҡанда 0-5 градус һалҡын. Көндөҙ 11-16 градус йылы көтөлә. Юлдарҙа томан төшөүе ихтимал.