Башҡортостанда ҡышын коммуналь бәләләрҙе иҫкәртеү штабы булырға тейеш. Ошо хаҡта Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе.
Штабтың эше ковидҡа ҡаршы ситуацион үҙәк тәртибе буйынса ҡоролһа яҡшы, тип билдәләнде. Радий Хәбиров: ”Мин Өфөлә ҡышҡы ваҡыт буйынса штаб булдырырға тәҡдим итәм. Ул республика халҡынан мөрәжәғәттәрҙе берҙәм телефон һандарына ҡабул итһен. Ковидҡа ҡаршы штаб өлгөһөндә. Унан иҫәпләүҙәр, артыҡ түләүҙәр, ҡар сығарыуҙар тураһында белешмә алып булһын. Унда мотлаҡ ресурс менән тәьмин итеүсе компаниялар күрһәтелһен, “ – тине.