17 сентябрь көтөлмәгән ял

Тулыраҡ: 17 сентябрь көтөлмәгән ял

Мәктәп уҡыусылары өсөн сентябрҙә өҫтәмә ял көнө барлыҡҡа килде. Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров киләһе йоманы ял тип иғлан итте.

17 сентябрь Дәүләт Думаһына, өлкә һәм округ советтарына депутаттар һайлауҙың беренсе көнө. Һайлау участкаларының байтағы иһә белем биреү учреждениеларында урынлашҡан.

Төбәктең фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин: “Был көндө республикалағы бар уҡыусылар өсөн тәрбиәүи саралар ойошторола,” —  тип белдерҙе.