Яңы юл билдәһе

Тулыраҡ: Яңы юл билдәһе

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре исемлегендәге өҫтәмә мәғлүмәт биргән 8.23 –“Фотовидеофиксация” билдәһен 1 сентябрҙән яңыса “уҡырға” кәрәк. Был хаҡта башҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығының бүлек мөдире Альбина Кадикова белдерҙе.

2013 йылда индерелгән 8.23 «Фотовидеофиксация» билдәһе урынына хәҙер 6.22 «Фотовидеофиксация» билдәһе ҡулланыла. Айырма ябай – элек был юл билдәһе юл хәрәкәтен күҙәтеп теркәүсе һәр камера алдынан ҡуйылһа, хәҙер уны контроль биләмә алдынан теләгән бер урында камераға тиклемге арауыҡты иҫәпкә алмай урынлаштырырға ярай. Талап ителгәндә юл билдәһе 8.1.1 «Объектҡа тиклем арауыҡ», 8.13 «Төп юл йүнәлеше» һәм 8.14 «Хәрәкәт һыҙаты» табличкалары менән тулыландырыла.