Үткән тәүлектә Башҡортостанда тағы ла 16 кеше коронавирустан һәләк булды. 55 пациент бик ауыр хәлдә. Уларҙың 12-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Бер тәүлектә 300 кешенең ковид-19 менән ауырыуы асыҡланған. Табиптар октябрҙә мәкерле сирҙе йоҡтороусылар артыуын күҙаллай һәм вакцинация мөһимлеге тураһында тағы ла бер иҫкәртә. 1 миллиондан ашыу кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.
Республикала яңы антирекорд
Тулыраҡ: Республикала яңы антирекорд