Башҡортостан мәктәптәрендә мединспекторҙар балаларҙың һаулығына иғтибарҙы арттыра. Сәбәп яңы уҡыу йылында коронавирус йоҡторған уҡыусылар, уҡытыусылар артҡан. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә әйтелде. Дүшәмбе кәңәшмәһендә ҡабул ителгән беренсе ҡарар – киләһе аҙнанан КОВИД-19 менән сирләгән балалар, студенттар һәм уҡытыусылар иҫәбе буйынса айырым күҙәтеү алып барыла. Хәлдәр үҙгәрә ҡалһа, махсус ҡарарҙар күрелә. Радий Хәбиров ошо турала айырым белдерҙе. Радий Хәбировтың тағы бер күрһәтмәһе. Республиканың мәҙәниәт министрлығы киләһе йылдан башлап, Совет майҙанында айырым саралар уҙғарырға бурыслы. Яңы асылған обьектта, асыҡ һауа аҫтындағы тамашалар “Спасс башняһы” кеүек ҙур форум булмаһа ла, ул Өфө, Башҡортостандың мәҙәни тормошонда үҙ урынын алырға тейеш. Республика башлығы Радий Хәбиров тағы бер мәғлүмәт иғлан итте. Паралимпия уйындарында миҙал яулаған Башҡортостан спортсыларына алтын миҙал өсөн 2, көмөш миҙалға миллион ярым, бронза награда өсөн 1 миллион һум бирелә. Тренерҙар ошо сумманың теүәл яртыһын ала. Аҡсалар атлеттар иҫәбенә тиҙ арала күсерелергә тейеш. Башҡортостан өсөн быйылғы йәй ҙур һабаҡ бирҙе. Ул республика райондарында сыҡҡан янғындар. Меңәрләгән гектарға таралған ут ауылдар именлеген хәүеф аҫтына ҡуйҙы. Радий Фәрит улы тейешле ведомстволарға айырым бурыстар ҡуя. Башҡортостан ҡала, райондары иһә әле сираттағы йылытыу миҙгелен ҡаршылай. Әҙерлекте торлаҡ–коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев иғлан итте. Ә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһы иһә быйылғы йылытыу миҙгелендә күрһәтелгән хеҙмәт өсөн түләүҙәрҙең юғары булмаясағына ышандыра. Башҡортостан башлығы Өфөлә айырым штаб, телефон линияһы кәрәклеген билдәләй. Башҡортостанда хәҙер яңы закон проекты ҡабул ителеүе ихтимал. Сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү министрлығы балаларҙы социаль туҡландырыу тураһындағы документты төбәк парламентына тапшырырға әҙер. Дүшәмбе кәңәшмәһендәге төп урын мәғариф системаһына бәйле тип аталһа ла хата түгел. Коронавирус, балаларҙы туҡландырыу һәм мәктәптәрҙә стоматология кабинеттары. Башҡортостандың йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Яна Гайдуктың хөкүмәттәге тәүге сығышы власть вәкилдәрен, бәлки, аптырашта ла ҡалдырғандыр. Миҫал өсөн, республика йәштәр өсөн бүленгән суммалар Татарстан менән сағыштырғанда 2 тапҡырға кәм. Башҡртостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәтең социаль блогы алдында тағы бер бурыс ҡуя. Республикала өлкән йәштәгеләрҙең 80 проценты коронавирустан вакцина алырға тейеш. Икенсе үҙгәреш. Башҡортостандың Мәскәүҙәге вәкиллегендә штат һаны ун процентҡа ҡыҫҡартыла. Ә ун етенсе сентябрҙә иһә республика мәктәптәрендә дәрестәр булмай. Белем усаҡтарында эштәрҙе туҡтатыу – һайлауҙарға бәйле. Сөнки, күп кенә тауыш биреү участкалары мәктәптәрҙә урынлашҡан.
17 сентябрь мәктәп эшләмәйәсәк
Тулыраҡ: 17 сентябрь мәктәп эшләмәйәсәк