Ул ҡаланың дүрт урынында — мәҙәниәт йорто, стадион, скейт-парк, Ленин майҙанында уҙҙы. Урындағы халыҡ күсмә поликлиникаларҙа һаулығын тикшертә алды. Өҫтәүенә, теләгән һәр кем өсөн ошонда уҡ ковидтан прививка яһатыу мөмкинеге лә булдырылғайны. Шулай уҡ халыҡ юридик һорауҙарға ла яуаптар алды. Бының өсөн урында махсус белгестәр эшләне. Сарала мәктәп уҡыусылары балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә эшләп килгән секция, түңәрәктәр менән танышты. Халыҡ ауыл хужалығы йәрминкәһендә эшҡыуар, фермер һәм баҡсасыларҙан сифатлы продукцияһын һатып алды. Ә кискеһен иһә башҡорт эстрадаһының сәхнә йондоҙҙары ҙур концерт күрһәтте.