Республикала тәүге башҡорт милли аш-һыу йорто үҙенең ишектәрен асты

Тулыраҡ: Республикала тәүге башҡорт милли аш-һыу йорто үҙенең ишектәрен асты

Өфө – Инйәр трассаһындағы Урал исемле хәләл кафе янында тағы бер туҡланыу урыны барлыҡҡа килде. Юлаусыларға хәҙер башҡорт милли аштарын тәмләү менән бер рәттән халҡыбыҙ тарихы менән дә танышыу мөмкинлеге бар. Ниһәйәт, 5 йыл дауамында барған эштең нәтижәһе булып аш-һыу йортона юлаусылар, ҡунаҡтар килде. Ҡунаҡсыл төбәктең милли аштарын юлаусыларға ла күрһәтеү зарур тип һанай, этно-кафе хужаһы Миңлехан Ғәйнетдинов. Был Ғәйнетдиновтар төҙөгән икенсе туҡланыу йорто. Тәүге хәләл ашхананы улар 2013 йылда асҡан. Ул әлеге мәлдә ислам ҡанундарын күҙәткән юлаусыларҙың яратҡан ял итеү урыны. Ә быныһы инде ҡунаҡтарға милли ризыҡ ҡына түгел башҡорттоң ғөрөф- ғәҙәттәре, тарихы тураһында һөйләгән республикалағы тәүге этнокафе. Наилә Сәфәрғолова класташы Миннихан Ғәйнетдиновҡа оло юл буйында этно-ашхана асырға тәҡдим итә. Р.Ғарипов исемендәге 1-се гимназияны тамамлаған классташтар йыйылышып кәңәшләшә лә төрлө яҡлап ярҙам итергә була. Ағас эше менән булышҡан Илдар Фәттәхов уникаль мебель эшләй. Һандыҡтарға ла урын табыла. Ә инде аҫалы балаҫтарҙы Сәйетбабала йәшәүсе оҫталар әҙерләп бирә. Эшселәр табыуы ҡыйын, ти хужа. Ауылда пособие алып йәшәгән әсәйҙәр рәсми рәүештә эшкә сыҡһа бала өсөн түләүҙәрҙе юғалта. Шуға эшләргә ризалашмайҙар, ә конвертта түләүҙең эшҡыуар өсөн уңайһыҙ яғы бар. Әле өлкән ҡыҙы Әлиә милли меню өҫтөндә эшләй. Унда мотлаҡ һурпа, ваҡ бәлеш, ҡоймаҡ һәм башҡа ризыҡтар ҡаралған. “Урал”этно-кафеһына туҡталған юлаусы ашап, ял итеп кенә түгел, мотлаҡ рухи яҡтан да байыясаҡ.