Йәш һөнәрмәндәр телеүҙәктә

Тулыраҡ: Йәш һөнәрмәндәр телеүҙәктә

WorldSkills Russia «Йәш һөнәрмәндәр» милли чемпионатында ҡатнашыусылар араһында үҙ тормошон телевидение менән бәйләргә теләгән егеттәр ҙа бар. Видео төшөрөү һәм полиграфия компетенцияларында еңеү яулаған йәш һөнәрмәндәр телеүҙәктә ҡунаҡта булды. WorldSkills Russia «Йәш һөнәрмәндәр» милли чемпионаты тамамланыуға байтаҡ ҡына ваҡыт үтһә лә, саранан ҡалған тәҫораттар әле һаман күңелдәрҙе елкендерә. Беҙҙең телекомпания чемпионаттың видео төшөрөү һәм полиграфия компетенцияларында призлы урындар яулаған егеттәр һәм уларҙың уҡытыусыларын үҙендә йыйҙы. Туймазы егеттәре Кирилл Балаев менән Әнүәр Ғафаров тура эфирҙа ярыштарҙан ҡалған тәҫораттары менән бүлешә. Бронза яулаусы Кирилл WorldSkills чемпионатында икенсегә ҡатнашһа, 15 йәшлек Әнүәр өсөн был беренсе етди һынау. Уҡытыусылары Виктор Кузнецов әйтеүенсә, был еңеү  —  егеттәрҙең тырышлыҡ һөҙөмтәһе. WorldSkills призерҙары Башҡортостан телерадиокомпанияһында тәүгегә. Тормоштарын видео төшөрөү менән бәйләргә нитләгән егеттәрҙе, башлыса, телеүҙәктең техник базаһы хайран ҡалдырҙы. Хәбәрсе, оператор, монтажер, режиссерҙар эше ҡунаҡтарға яҡшы таныш булһа ла, телевидениены экрандың икенсе яғынан күреү, уның менән яҡындан танышыу улар өсөн үҙе бер онотолмаҫ сәйәхәт булды.Телеүҙәк хеҙмәткәрҙәре сюжеттың эфирға сыҡҡанға тиклем ниндәй юл үтеүе, тура эфирҙа эшләү үҙенсәлектәре менән таныштырҙы, буласаҡ хеҙмәттәштәренең ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарға яуап бирҙе. Дыуан районы, Туймазы, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан йыйылған өмөтлө белгестәрҙе БР-ның Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ла тәбрикләне. Иҫтәлекле бүләктәр, маҡтау грамоталарын ведомство етәксеһе Максим Ульчев үҙе тапшырҙы. Максим Ульчев киләсәктә лә йәш һөнәрмәндәр менән бәйләнештә булырға, уларға мөмкин тиклем ярҙам итергә вәғәҙәләне.