Балалар университеты

Тулыраҡ: Балалар университеты

Өфөлә Балалар университетында асыҡ ишек көндәре үтте. Үҙенсәлекле учреждениела мөмкинлектәре сикләнгән балалар үҙҙәренә оҡшаған төрлө һөнәр үҙләштерә ала. Көршәк яһау сәнғәте, һүрәт төшөрөү, сигеү, милли сувенирҙар эшләү һәм башҡа түңәрәктәр. 90-сы йылдар башында эшләй башлаған беренсе “Балалар университетының” маҡсаты — балаларҙың реабилитация мөмкинлеген яҡшыртыу, бойондороҡһоҙ һәм йәмғиәткә файҙалы кеше итәү, ти Винера Белова. Төрлө дәрестәр һәм түңәрәктәр үткәреүҙән тыш, үҙенсәлекле учреждение бөгөн йөҙәрләгән төр сувенир сығара, шулар араһында киң танылғаны – "Башҡорт сувениры". Әҙер продукция республиканың төрлө предприятияларына һатыуға оҙатыла. Мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар менән эшләү ҙур яуаплылыҡ һәм ныҡлы әҙерлек талап итә. Башҡа уҡыусыларҙан айырмалы эш төрҙәре, төплө уйланылған, ҡыҙыҡһындырырлыҡ дәрес алымдары. Һәр балаға айырым ҡараш һәм мөнәсәбәт. Ҡыҙҙар сигеү сикһә, малайҙар көршәк әүәләй. Һәр кем үҙенә оҡшаған һөнәр тапҡан. Әле был шөғөлдәр ваҡыт уҙғарыу өсөн генә тойолһа, киләсәктә уларҙың йәшәү рәүешенә әйләнеп китеүҙәре ихтимал.