Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан үлем осраҡтары буйынса антирекорд теркәлде. Үткән тәүлектә 16 кеше һәләк булды. Өфөлә сир йоҡторғандар һаны ла ҡырҡа артты.
Башҡортостанда коронавирус менән сирләгәндәр һаны 58 862 кешегә етте. Үткән тәүлектә инфекцияның 300 яңы осрағы теркәлде. Бер тәүлектә сир йоҡторғандар һаны буйынса антирекорд Өфөлә билдәләнде – кисә башҡалала 118 сирле асыҡланған. Һауыҡҡандар һаны ла 32 кешегә күберәк, төбәктә 52 мең ярым кеше ауырыуҙы еңеп сыҡҡан.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы биргән мәғлүмәттәр буйынса әле республикала Ковид19 менән биш меңдән ашыу кеше сирләй. 769 кеше стационарҙа дауалана, 55 сирле ауыр хәлдә, 12 сирле яһалма һулыш аппаратына мохтаж. Өйөндә 4394 сирле дауа ала. Төбәктә әҙерләнгән 4545 инфекцион койканың 59 проценттан кәме буш.
Бер тәүлектә 16 үлем осрағы пандемия башынан теркәлгән иң юғары күрһәткес. Республикала 1203 сирле коронавирус ҡорбаны булды. Мәрхүмдәрҙең туғыҙйөҙ алтмыш бише алтмыш йәштән өлкән.
Төбәктә вакцинациялау дауам итә. Үткән тәүлектә республика халҡының 2776-һы прививка яһатҡан. Вакцинаның ике компоненты менән дә иммунизацияланған кешеләр һаны 1 046 482.