Суд приставын яндырырға теләгән енәйәтсегә хөкөм ҡарары үҙгәртелде. Стәрлетамаҡта йәшәгән 42 йәшлек ирҙе суд 5 йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатҡайны. Прокуратура был ҡарар менән килешмәйенсә апелляция талап итте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәйепләнеүсенең 270 мең һумлыҡ бурысы өсөн Опель Зафира автомобиленә арест һалына һәм пристав уны бурыс иҫәбенә тартып ала. Риза булмаған ир хоҡуҡ һаҡсыһы менән осрашып уның өҫтөнә бензин һибә һәм яндырырға теләй. Бәхеткә, суд приставы ҡасып ҡотола.
Прокуратура талабы буйынса енәйәтсе 12 йылға хөкөм ителде. Ул хөкөм язаһын ҡаты режимлы колонияла үткәрәсәк.