301 кешелә сир табылған, 15 кеше һәләк булған

Тулыраҡ: 301 кешелә сир табылған, 15 кеше һәләк булған

Коронавирус буйынса оператив штабтың 7 сентябрҙә көндөҙ бирелгән мәғлүмәттәре буйынса үткән тәүлек эсендә йәнә 15 кеше сирҙе еңә алмаған. Хәҙер яуыз сир ҡорбандары һаны 1 218-гә етте.

Инфекция тағы ла 301 кешелә асыҡланған.

Пандемия башынан 52 776 кеше һауыҡҡан, шуларҙың 280-е — үткән тәүлектә.

Коронавирусҡа ҡаршы прививканың беренсе компонентын төбәктә 1 190 мең кеше һалдырған, ике компонентын да яһатҡандар бер миллион илле ике мең кеше.