Балтас районы үҙәге Иҫке Балтас ауылында 2021 йылдың 8 сентябрендә Башҡортостан мишәрҙәренең тарихи-мәҙәни үҙәген асыу тантанаһы ойошторола. Был хаҡта республиканың мәҙәниәт министрлығы рәсми сайтында хәбәр итте.
Үҙәк мишәр халҡының тарихын өйрәнеү, мәҙәниәте менән танышыу һәм милләтен тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто республиканың 26 төбәгендә филиалдарын булдырып шул төбәктә йәшәгән милләт вәкилдәренең йолаларын, мәҙәниәтен, тарихын, көнкүрешен, телен һәм фольклорын өйрәнеүҙе яйға һалған.
Мишәрҙәр бөгөн Борай, Ҡариҙел, Кушнаренко, Саҡмағош, Дәүләкән һәм Башҡортостандың башҡа райондарында йәшәй, Рәсәйҙә был милләт вәкилдәрен Силәбе өлкәһендә, Себер тарафтарында һәм Сыуашстанда осратырға мөмкин.
Тарихи-мәҙәни үҙәкте асыу тантанаһында «Башҡортостан мишәрҙәре республиканың милли палитраһында» тигән темаға Түңәрәк өҫтәл ойошторола. Район мәҙәниәт һарайында тарихсылар, тел белгестәре һәм крайҙы өйрәнеүселәр мишәрҙәрҙең төбәк мәҙәниәтен байытыуға индергән өлөшө тураһында фекер алышасаҡ.
Тантанала башҡорт, рус, татар, мари, удмурт һәм мишәр милли ризыҡтарынан ауыҙ итергә һәм республикала киң танылған йырсыларҙың, мишәр фольклор коллективтарының сығыштарын ҡарарға мөмкин.