Башҡортостанда һәр йылдағыса миҙгел киҙеүенән вакцина яһау башланды.
Бөгөнгә республика медицина учреждениеларына грипҡа ҡаршы «Ультрикс Квадри» вакцинаһының 134 190 миҡдары, «Совигрипп»тың 1 058 230 миҡдары килтерелгән. Ике төр вакцинаның да 18 йәштән ололар өсөн тәғәйен төрҙәре алынған. Улар әле медицина, мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, юғары һәм урта һөнәри белем биреү йорттары студенттары, 60 йәштән өлкәндәр һәм хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы иммунизациялар өсөн таратылған.
Балаларҙы иммунизациялауға тәғәйен вакцина сентябрҙең икенсе яртыһынан көтөлә.