Өфөлә крематорий төҙөләсәк

Тулыраҡ: Өфөлә крематорий төҙөләсәк

Киләһе йәй Өфөлә крематорий төҙөлә башлай. Әлеге ваҡытта уның проекты дәүләт экспертизаһына тапшырылған. Ул республика адреслы инвестиция программаһы буйынса төҙөлөр тигән иҫәп бар. Буласаҡ крематорий урыны ла билдәле – ул Өфөнөң сәнәғәт зонаһындағы Яңы Александровка ҡасабаһында. Әйтергә кәрәк, башҡалала бындай объект төҙөү мәсьәләһе егерме йыл тирәһе элек өйрәнелә башлағайны, әммә төрлө сәбәптәр менән, башлыса күпселек халыҡ ризаһыҙлығы менән кисектерелә килде.