Башҡортостанда пенсияның уртаса күләме билдәле булды. 2021 йылдың 1 июленә ул 15 мең 320 һумдан артҡан. Был былтырғы менән сағыштырғанда 826 һумға күберәк, тип хәбәр иттеләр Башстаттан.
Төбәктә хаҡлы ялдағыларҙың һаны 33 мең кешегә кәмегән. Башҡортостанда пенсионерҙарҙың күпселегенә, йәғни 1 миллиондан ашыу кешегә, страховка пенсияһы түләнә. Әле ул уртаса 15 мең 755 һум кимәлендә. Ғәҙәттәгесә, дәүләт пенсия тәьминәтенән аҡса алыусылар күпкә аҙыраҡ — яҡынса 97 мең кеше. Июлдә улар уртаса 10 613 һум алған, тип белдерҙе республика статистикасылары.