“Урал аръяғы” инвестиция һабантуйында танылған йырсы Валерия сығыш яһай. Форум 10 сентябрҙә үтә. Унда эшлекле осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәрҙән тыш, мәҙәни программа ҡаралған. Майҙансыҡтарҙа сәнәғәт комплексы, ауыл хужалығы, эске туризм һәм иҡтисад үҫеше мәсьәләләренә арналған стратегик сессиялар үтә. Шулай уҡ аҙыҡ-түлек һәм музыка фестивалдәре ойошторола. Инвестиция һабантуйында Рәсәй дәүләт власы вәкилдәре, эшҡыуарҙар һәм сит ил ҡунаҡтары ҡатнаша. Мәҙәни-күңел асыу программаһы көндөҙгө сәғәт өстә башлана. Рәсәйҙең халыҡ артисы Валерияның сығышын киске сәғәт 10-да ҡарарға була. Тамаша бушлай ойошторола.
Сибайға Валерия килә.
Тулыраҡ: Сибайға Валерия килә.