8 сентябрҙә Башҡортостанда беренсе тапҡыр уҡыу көнө билдәләнә. Сара Фән һәм технологиялар йылы сиктәрендә ойошторолдо. Акцияға Өфө китапханалары ҡушылды.
Уҡыу көнөн ойоштороусы – Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана — кешенең рухи-интеллектуаль һәләттәрен үҫтереү, белем алыу, мәҙәниәт үҙләштереү йәһәтенән төп ғәмәл булараҡ уҡыуҙы киң танытыу маҡсатын ҡуя.
Өфө китапханаларында бөгөн онлайн саралар үтә. Виртуаль викторина һорауҙарына яуап биреп, челлендждарҙа ҡатнашып, ижади осрашыуҙарҙа фекер алышып уҡыу көнөнә хөрмәт белдерергә мөмкин.
Тулыраҡ мәғлүмәт Өфө китапханаларының үҙәкләштерелгән селтәре сайтында бирелгән.