8 сентябрь санитар айлыҡ башлана

Тулыраҡ: 8 сентябрь санитар айлыҡ башлана

Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина әйтеүенсә, пандемия башланғандан алып 58 мең 862 кеше ковид йоҡторған. Был хаҡта ул ҡала хакимиәтендә үткән ултырышта белдерҙе. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала 1 млн 42 мең кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Был һан бөтә халыҡтың 55 проценты. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн 80 процент кеше иммунизация үтергә тейеш. Ярты йыл элек ҡаланың Октябрь проспекты һәм СССР-ҙың 50 йыллығы урамы киҫелешендәге юл сатында аҡыллы светофор ҡуйылғайны. Ултырышта был проекттың һөҙөмтәлелеге тикшерелде. Был төр светофорҙы артабан бөтә республикала ҡулланыу ҡарала. 8 сентябрь Баш ҡаланы таҙартыу, төҙөкләндереү һәм көҙгө миҙгелгә әҙерләү буйынса санитар айлыҡ башлана. Ул 8 октябргә тиклем дауам итә. Ҡала халҡын һәм предпритие етәкселәрен экологик сарала әүҙем ҡатнашырға саҡыра ойоштороусылар. Ултырышта шулай йәмәғәт транспортына бәйле мәсьәлә лә тикшерелде. Ҡайһы бер йүнәлешәр буйынса автобустарҙың ҡыҫҡартылыу сәбәптәре аталды. Кәңәшмәне йомғаҡлап, Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Марат Ғайфуллин Республикала яңы бойомға ашырыла башлаған “Пушкин картаһы” программаһын популярлаштырырға, мәҙәни сараларҙа бушлай ҡатнашыу мөмкинлеген биргән был проектҡа мөмкин тиклем күберәк йәштәрҙе ылыҡтырырға саҡырҙы.