Өфөлә яңы антирекорд

Тулыраҡ: Өфөлә яңы антирекорд

Үткән тәүлектә тағы ла 118 кешенең коронавирус менән ауырыуы тураһында мәғлүм булды. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығынана алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әле 5 мең кеше ковид менән ауырый. 55 пациент бик ауыр хәлдә. Уларҙың 12-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Табиптар октябрҙә мәкерле сирҙе йоҡтороусылар артыуын күҙаллай һәм вакцинация мөһимлеге тураһында тағы ла бер иҫкәртә.