Мәктәптәрҙә эҫе аш өсөн хаҡтар артмаясаҡ

Тулыраҡ: Мәктәптәрҙә эҫе аш өсөн хаҡтар артмаясаҡ

Был турала республика хөкүмәтендә үткән сираттағы оператив кәңәшмәлә Мәғариф һәм фән министры белдерҙе. Балаларҙың ашау рационын һәм уның сифатын кем тикшерә? Иртәнге аш еңел ашамлыҡтан, ҡайнар ризыҡтан һәм ҡайнар эсемлектән торорға тейеш. Төшкө ашта –ит, балыҡ йәки ҡош ите булыуы мөһим. Ҡаланың балалар һәм диетик туҡланыу үҙәгендә әҙерләнгән продукция ла тәбиғи. Төрлө тәмләткестәр ҡулланылмай. Балаларҙы ашатыу хәүефһеҙ һәм сифатлы булырға тейеш. Мәктәптәрҙә эҫе аштарҙа балаларға кәрәкле бар аҡһымдар, углеводтар һәм витаминдар булырға тейеш. Талаптарға ярашлы, уҡыусыларға юғары сифатлы аш берҙәм меню буйынса ике аҙнаға төҙөлә. Уҡыусылар мәктәптә бешерелгән һәр ашты яратып ашай. Владмимир Путин тәҡдиме буйынса хәҙер башланғыс класс уҡыусылары сифатлы ҡайнар аш менән бушлай тәьмин ителә. Әйтәйек, башланғыс класс уҡыусыһы өсөн иртәнге аш хаҡы көнөнә — 55, төшкө аш — 65 һум ғына. Өлкән класс уҡыусыһы өсөн иртәнге аш — 60, төшкө аш — 70 һумға төшә.Туҡланыу баланың сәләмәтлегенә, кәйефенә, уҡыуындағы уңыштарына, организмдың үҫешенә, аҡыл эшмәкәрлегенә тәьҫир итә. Белем усаҡтарында туҡланыуға ҙур иғтибар бирелә. Уның сифатын федераль һәм ҡала хакимиәтенең махсус хеҙмәттәре тикшерә. Шулай уҡ һәр мәктәптә ата-әсәләр комитеты ла бар. Улар ашатыуға бәйле етешһеҙлектәр тураһында электрон журнал аша хәбәр итә ала.