Башҡортостанға юғала барған еңеүсе дәрәжәһен ҡайтырырға ваҡыт

Тулыраҡ: Башҡортостанға юғала барған еңеүсе дәрәжәһен ҡайтырырға ваҡыт

Радий Хәбиров Өфөлә үткән Йәш һөнәрмәндәр милли чемпионаты һөҙөмтәләрен барлап юғары маҡсат билдәләне. Эшсе һөнәрҙәр ярышында беҙҙең йыйылма команда икенсе урынға сыҡты. Еңеүселәргә республика 50 һәм 100 мең һумлыҡ аҡсалата премия вәғәҙәләне. Уларҙың күптәре донъя кимәлендәге ярыштарҙа Рәсәй данын яҡлаясаҡ. Аяғүрә баҫып, ишек алдынан уҡ Worldskills чемпионын алҡышлайҙар. Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенты Виталий Зәйнуллин милли чемпионатта ҡатнашып, абсолют еңеүсе исемен яуланы. Эргәһендә компатриот – уға конкурсҡа әҙерләнергә ярҙам итеүсе остазы Валерий Терещенко. Улар йыл дауамында көн һайын унар сәғәт тиерлек колледждың лабораторияһында үткәргән. “Химиялар технологияһы аппаратсыһы” тигән компетенцияла көс һынашыу ярайһы ғына ҡатмарлы. Әммә ныҡышмал егет үҙ моратына иреште – ул еңеүселәр исемлегендә.Виталий Рәсәйҙең милли йыйылма командаһы составында киләһе йылда Шанхайҙа үтәсәк донъя кимәлендәге чемпионатҡа әҙерләнә. Башҡортостандың данын яҡлап, чемпионатта уңышлы сығыш яһаған тағы ла бер студент Финанс университетының Өфө филиалында белем ала. Элина Диниева “финанстар” компетенцияһында алтын миҙал яулаған. Финанс белгестәре династияһын дауам итеүе Элинаға республикабыҙҙың финанстар министрлығы ла иғтибар иткән. Киләсәктә дәүләт органдарында эшләү хыялының тормошҡа ашырына шикләнмәй белемле ҡыҙ. Ә бына Булат өсөнсө курста ғына белем алһа ла, эшләп йөрөй. Автоматлаштырыу һәм роботлаштырыу менән шөғөлләнгән предприятиеға ул WorldSkills милли чемпионатына әҙерлек ваҡытында практикаға йөрөгән һәм һәләтле егеткә, 17 йәш кенә булһа ла, эшкә ҡалырға тәҡдим иткәндәр.Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы студенты программалау менән бала саҡтан ҡыҙыҡһына. “Сәнәғәт робот техникаһы” компетенцияһында 1-се урынды алған егеттең хыялы — кешеләр иңенә төшкән ауыр хеҙмәтте еңелләштереүсе роботтарҙы программалау.Ә бына Бөрйән районы егете Нургизәр Ҡолдобаев кешеләрҙең сәләмәтлеге һағында торорға хыяллана. “Хәйерле иртә, республика” тапшырыуындағы әңгәмәлә ул үҙенең бала саҡтан теш табибы булырға теләгәнен һөйләне.Бәләкәйҙән медицинаға тартылған егеттең IX "Йәш һөнәрмәндәр" милли чемпионаты финалында “Ортопедик стоматология” компетенцияһында 1-се урынды яулауы ла осраҡлы түгел. 6 – алтын, 16 – көмөш һәм 24 бронза миҙал. WorldSkills Russia – 2021 туғыҙынсы милли чемпионаты финалында Башҡортостан йыйылма командаһы икенсе урынды алды. Республика башлығы Радий Хәбиров чемпионат һөҙөмтәләрен юғары баһаланы. Эшсе һөнәрҙәр ярышында еңеүселәргә республика 100-әр мең һум, ә призерҙарға һәм уларҙы әҙерләүсе уҡытыусыларға 50-шәр мең һум аҡсалата премия вәғәҙәләне. Үҙ эшенең оҫталары артабан инде Рәсәй данын донъя кимәлендә яҡлаясаҡ.