Республика йәмәғәтселеге Айрат Ҡобағошовты һуңғы юлға оҙатты

Тулыраҡ: Республика йәмәғәтселеге Айрат Ҡобағошовты һуңғы юлға оҙатты

Республика йәмәғәтселеге билдәле композитор, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Ҡобағошовты һуңғы юлға оҙатты. Ул 72-се йәшендә беҙҙең аранан китте. Айрат Ҡобағошов башҡорт композиторҙары мәктәбенең сағыу вәкилдәренең береһе. Ул — опера, симфоник, хор, камера-интсрументаль һәм камера-вокаль әҫәрҙәр, халыҡ уйын ҡоралдары оркестры өсөн әҫәрҙәр, драма спектаклдәренә һәм киноға музыка, бик күп йырҙар авторы. Айрат Ҡобағошевтың тормошо һәм ижады башҡорт халҡының музыка мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү эшмәкәрлеге менән айырылғыһыҙ бәйле. Күп йыллыҡ емешле композитор һәм уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге, башҡорт музыка мәҙәниәтен әүҙем пропагандалағаны өсөн Айрат Ҡобағошов «Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» һәм «Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған. Композиторҙың исеме «Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре» энциклопедияһына индерелгән. Айрат Ҡобағошев тыуған яғында — Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылында ерләнде.