Рәсәй Хөкүмәте коронавирус һәм башҡа ҡурҡыныс йоғошло сирҙәр менән көрәшкә 2 миллиард һум аҡса йүнәлтә.
Ошо аҡсаға ҙур ҡалаларҙа ПЦР үҙәктәр барлыҡҡа киләсәк. Улар Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Екатеринбург, Түбәнге Новгород, Казан, Силәбе, Омск һәм Һамар ҡалаларында асыласаҡ.
Биохимия өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барыу, патогендарҙы инфекцион диагностикалау, асыҡлау һәм күҙәтеү маҡсатында махсус комплекс төҙөү ҡарала.
COVID19 һәм башҡа инфекцияларҙың үҙгәреүсән һәләттәре өйрәнеләсәк.
Гигиена һәм эпидемиология үҙәктәре махсус ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ.
Сик аша үткәреү пункттарында санитар контроль көсәйтеләсәк.
Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин: “Был аҙымдар илдә ҡеүәтле санитар ҡалҡан ҡороп граждандарҙы йоғошло сирҙән аралар өсөн кәрәк”, — тип белдерҙе.