Берҙәм идара кәрәк

Тулыраҡ: Берҙәм идара кәрәк

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы Өфөлә берҙәм ҡала идара компанияһы зарурлығы хаҡында белдерҙе. Тәҡдимде министрлыҡ етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай комитеты ултырышында еткерҙе.

Филиалдары булған баш идара компанияһы етәкселек персоналы иҫәбенә сараларҙы һаҡсыл тотонорға, кәрәкле йыһаздарҙы күмәртәләп һәм арзаныраҡ хаҡҡа үҙәкләштереп һатып алырға булышлыҡ итәсәк. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә яңыртып ҡороуҙарҙы бер йыл эсендә атҡарыу күҙаллана.

“Әле мэрияла ошондай структураны ҡороу буйынса көндәлек эш алып барабыҙ. Уны булдырмаһаҡ көрсөккө терәләсәкбеҙ, шуға ла ошо юлды һайланыҡ. Халыҡ менән аралашып торабыҙ, күпселек идеяны ыңғай ҡаршы ала. Тик был революцияны яһап маҡсатты бойомға ашырыр өсөн бер йыллап ваҡыт талап ителә, “ – тине Алан Марзаев.