Тағы хәрәкәт сикләү

Тулыраҡ: Тағы хәрәкәт сикләү

Башҡортостандың башҡалаһы үҙәгендә йәнә транспорт хәрәкәте сикләнә. Был юлы 17 сентябргә тиклем Пархоменко урамының Ырымбур урамы менән киҫелешкән өлөшөндә юл ҡамала. Өфө ҡала хакимиәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса урамдың икенсе өлөшөн 20 сентябрҙән 1 октябргә тиклем ябыу күҙаллана.

Мәғлүм булыуынса, Өфө үҙәгендә ҡамалған урамдарҙың был беренсеһе түгел. Әлеге ваҡытта Цюрупа һәм Киров урамдары киҫелеше ҡамалған, Революцион урам һәм Ибраһимов бульварында ла транспорт йөрөшө ҡыйынлашҡан.