Өфөлә 100 тоннанан ашыу асфальт юлдарҙағы соҡор ямауҙа дөрөҫ ҡулланылмаған. Был хаҡта ҡала хакимиәтенән хәбәр итәләр.
Тикшереү барышында асыҡланыуынса, юлсылар тарафынан ремонт эштәрен башҡарыуҙа 16 ҡағиҙә боҙоу осрағы асыҡланған. Бөтә етешһеҙлектәр технологияны тейешенсә үтәмәүселәрҙең үҙ иҫәбенә төҙәтелергә тейеш.