Инорс биҫтәһендә Транспортная урамында бөгөн туғыҙынсы ҡаттағы фатир янып китте

Тулыраҡ: Инорс биҫтәһендә Транспортная урамында бөгөн туғыҙынсы ҡаттағы фатир янып китте

Төтөн сыҡҡанын күреп шаһиттар ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығына хәбәр иткән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, фатирҙың балконына ут ҡапҡан. Социаль селтәрҙә ут күрше балконға ла күскән тигән хәбәр бар. Әммә ул рәсми сығанаҡтарҙа раҫлау тапмай.