Ҡәҙимге тормошҡа ҡайтырға тик вакцинация ярҙам итә ала
Тулыраҡ: Ҡәҙимге тормошҡа ҡайтырға тик вакцинация ярҙам итә ала
Радий Хәбиров Башҡортостан халҡы менән тура бәйләнеш барышында коронавирустан һаҡланыуҙың иң отошло ысулы тип вакцинацияны билдәләне. Стәрлетамаҡ инфекцион госпиталенән тура бәйләнешкә сыҡҡан табип та шуны дәлилләй — бөгөн ковидтан һәләк булғандар араһында прививка яһатҡандар юҡ.
Республика башлығы :"Йоғошло сиргә ҡаршы иң файҙалы сара — вакцина яһатыу, зинһар, прививка яһатығыҙ," — тип үтенде.
Бөгөнгә республика халҡының бер миллион ике йөҙ меңе вакцина яһатҡан. Республика башлығы фекеренсә, күмәк вакцинация иҫәбен 60-тан 80-гә еткереү зарур.
Тик вакцинация төбәктең ҡәҙимге тормошона ҡайтырға ярҙам итәсәк, тине Радий Хәбиров.