Өфөлә һырғалактар булырмы
Тулыраҡ: Өфөлә һырғалактар булырмы
Өфөлә һырғалактар булырмы?
Республика башлығы Башҡортостандың төп телеканалдарындағы тура бәйләнеш барышында Салауат Юлаев хоккей командаһы уйынсыһының ошо һорауына "2023 йылдан да иртәрәк түгел", тип яуап бирҙе.
Әлеге ваҡытта республиканың бер нисә төбәгендә боҙ һарайҙары төҙөлөшө йәйелдерелгән. Балаларҙың хоккей менән етди шөғөлләнеү мөмкинлеге күҙ уңында тотола. Өфөлә иһә был мәсьәлә буйынса фекер алышыуҙар дауам итә, әлегә катоктар өсөн аныҡ майҙандар билдәләнгән, әммә улар буласаҡ.
— Һырғалактар ябай, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн кунегеү урыны буласаҡ, — тине Радий Хәбиров.