Башҡортостанда тағы бер халыҡ-ара сара көтөлә

Тулыраҡ: Башҡортостанда тағы бер халыҡ-ара сара көтөлә
Башҡортостан башлығы төбәктә йәнә бер ҙур ваҡиға көтөлгәне тураһында хәбәр итте. Ноябрь айында дзюдо буйынса Донъя чемпионаты ойошторола.  — Кисә генә Европа дзюдо Федерацияһы рәйесе менән осраштыҡ. Ноябрҙә ярыштар үткәрәбеҙ. Беҙҙең балалар юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән спортсыларҙы күрергә тейеш. Ҙур спорт беҙгә кәрәк, беҙ уға ярҙам итәсәкбеҙ, — тине Радий Хәбиров. Тура бәйләнеш барышында республика башлығына төбәктә күмәк сараларзың йыш үтеүендә хәүеф күргән мөрәжәғәттәр ҙә булды, Радий Хәбиров "шикләнеүҙәргә сәбәп юҡ, " — тип ышандырҙы. Күмәк саралар пандемия мәлендә тейеш бар санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәп ойошторола. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әле республиканың төп телеканалдарында, шул иҫәптән Башҡортостан 24 каналында Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнеш бара. Быйыл был сара икенсе тапҡыр үтә. Беренсе тура бәйләнеш үткән йылдың 29 декабрендә булды. Башҡортостан етәкселеге ул ваҡытта бер меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул итте.