Салауат Юлаев һәйкәле ремонтҡа алына
Тулыраҡ: Салауат Юлаев һәйкәле ремонтҡа алына
"Ремонтламаһаҡ — юғалтабыҙ". Радий Хәбиров Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәленә бәйле хәлгә баһа бирҙе. Был һорау тура бәйләнеш барышында яңғыраны. — Скульптураның торошон баһаларга Санкт-Петербург белгестәрен саҡырып алдыҡ. Тикшереү һөҙөмтәләре бер — ремонтларга кәрәк. Юғиһә һәйкәлде юғалтыуыбыҙ бар. Икенсенән, нисек ремонтларға тигән һорауҙар күп. Әле реконструкция проекты эшләнә. Эштәр ҡиммәткә төшәсәк. Киләһе йылдан да ҡалмай ремонтҡа тотонорға кәрәк. Һәйкәлде постаменттан алмайынса булмай, уның ауырлығы 40 тонна", — тип белдерҙе Радий Хәбиров.