Янғындар тамам
Тулыраҡ: Янғындар тамам
Башҡортостан биләмәһендә урман янғындары башҡа юҡ. Был хаҡта Республика башлығы менән тура бәйләнеш барышында мәғлүм булды.
Киске сәғәт туғыҙынсы яртыла Баймаҡ районында 620 гектар майҙандағы тәбиғәт янғыны һүндерелгән. Республика биләмәһендә янғындар бөтөрөлдө.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тура бәйләнеш башында Радий Хәбиров янғын хәүефе янаған миҙгелдә өҫтәмә әҙерлек саралары тураһында ҡарар зарурлығын белдергәйне. Документтар пакеты төбәк етәксеһенә 1 ноябргә әҙерләп тапшырыласаҡ.