Моргенштернды тыңламайым

Тулыраҡ: Моргенштернды тыңламайым
Тура бәйләнеш барышында Радий Хәбировтың үҙенсәлекле музыкант Моргенштернға ҡарата мөнәсәбәте менән ҡыҙыҡһындылар.  — Юҡ, тыңламайым, — тип яуап бирҙе Радий Хәбиров. Республика башлығы йәштәр араһында киң билдәле музыканттың Өфөгә белдергән һөйөүен ихтирамға лайыҡ, тип билдәләне. Моргенштернды ул Өфө амбассадоры, тип баһаларға мөмкин, тине.