Өфөнөң йәш программистары компьютер уйындарын яратыусыларға бүләк эшләне. Үҫмерҙәр һәм балалар араһында киң билдәләлек яулаған уйынды бер төркөм егеттәр һәм ҡыҙҙар баш ҡалаға яраҡлаштырған.Сыҙап торғоһоҙ эҫе көндәрҙә лә улар Өфө урамдарында йөрөй алған. Нисек? Өйҙә генә ултырып һәм компьютер аша. Бары тик уйынға ғына инергә кәрәк һәм баш ҡаланың иң матур урындары һинеке. Профсоюздар йорто уйында ла ысынбарлыҡтағы кеүек. Унаусыны Мостай Кәрим Һәйкәле лә ҡаршылай. 20 йәшлек Эдгар Шиһапов Майнкрафт уйынында шаярып ҡына Өфөнөң бер өлөшөн эшләй һәм был турала дуҫтарына һөйләй.Өфөнө уйынға күсереүҙә 450-нән ашыу төҙөүсе ҡатнаша. Даими рәүештә 60 егет һәм ҡыҙ эшләй. Эдгар уларға эш хаҡы ла түләй. Был уникаль проект, тип уртаҡлаша егет. Баҡтиһәң илдә генә түгел, ә донъя кимәлендә уйында тура күсермәһе булған, уның һәр урамы аша үтергә, йорттарына инеп йөрөргә мөмкин булған бер ҡала ғына — Өфө ҡалаһы бар. Арт квадратты Никита Алферов исемле егет төҙөй. Уның тәжрибәһендә тағы ла бихисап йорттар бар.Әлегә тик проектта ғына булған Совет майҙаны иһә уйында күптән төҙөлөп бөткән. Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле лә, фонтандар ҙа бар. Совет майҙанын да Никита Алферов төҙөгән. Уйын персонажы хатта Галерея арт янына барып фильмдарҙың афишаларын да ҡарай ала. Ә проект тулыһынса әҙер булғас, баш ҡалала эшкә урынлаша, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, йә иһә сит илдән был уйынға инеп тик сәйәхәт итеп кенә йөрөй ала.
Баш ҡалалағы һәйкәлдәрҙе хәҙер компьютер уйынында күрергә мөмкин
Тулыраҡ: Баш ҡалалағы һәйкәлдәрҙе хәҙер компьютер уйынында күрергә мөмкин