9 көнлөк көйәрмән

Тулыраҡ: 9 көнлөк көйәрмән

"Өфө" футбол клубы иң бәләкәй — 9 ғына көнлөк көйәрмәнен ҡотлап, махсус тегелгән һәм клубтың логотибы төшөрөлгән кейем тапшырҙы. Был ваҡиға Рәсәй рекордтар китабында "Премьер лиганың иң йәш көйәрмәне" тип теркәләсәк. Был кейем 4 аҙналыҡ Дарьяға махсус тектерелгән. Һәм Өфө футбол клубы тарихында тегелгән иң бәләкәй форма. Шулай уҡ Дарьяның 3 апаһы һәм ағайына ла футбол клубы кейемдәре эләкте. Башҡаса булыуы мөмкин түгел, сөнки улар ҙа стажлы көйәрмәндәр. Өфө — Зенит командалары уйыны 9 көнлөк Дарьяның ғүмерендә тәүге матч. Сабыйҙың уйынға эләгеүе хатта ғәҙәти кеүек, сөнки 5 балалы ғаиләлә иң төп көйәрмән уларҙың әсәһе Екатерина. Унда Зенит менән уйынды күреү теләге ҙур була. Матч ваҡытында иң йәш көйәрмән берҙе лә көйһөйҙләнмәй. Бөгөн бер айы ла тулмаған сабыйҙы 4 туғаны менән футболистар үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырған. Билдәле спортсылар балаларҙы уйынды күҙәтергә генә түгел әүҙем спорт менән шөғөлләнергә саҡырҙы һәм махсус кейемдәр тапшырҙы. Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең рекордтар китабы башҡорт клубынан Дарьяның матчта булғанын раҫлаған видеояҙма ебәреүен һораған. Бәлки, тап ошо сабый "Илебеҙҙең иң йәш көйәрмәне" тигән исемгә лайыҡ булыр әле.Әле "Өфө" футбол командаһы ҡыҫҡа тәнәфестән һуң чемпионатҡа әҙерләнә. Киләһе уйынды улар "Сочи" клубы менән уларҙың майҙанында үткәрә.