Йәкшәмбе йүгерәбеҙ

Тулыраҡ: Йәкшәмбе йүгерәбеҙ

12 сентябрҙә Өфөлә Халыҡ-ара марафон ойошторола. Унда биш меңдән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Һөнәри спортсылар, йүгереүгә битараф түгел һәүәҫкәрҙәр, скандинав йөрөшө менән мауыҡҡандар һәм роллер спорты менән шөғөлләнгәндәр өсөн мөмкинлектәр асыҡ.

Күмәк спорт сараһының именлеген тәьмин итеү маҡсатында башҡалала бер нисә урамда транспорт хәрәкәте ҡамала. Сикләүҙәр Зәки Вәлиди, Карл Маркс, Совет урамдарында 11 сентябрь төнгө сәғәт ун икенән 12 сентябрь киске сәғәт унға тиклем ғәмәлдә. 12 сентябрҙә иһә иртәнге сәғәт етенән көндөҙгө дүртенсе яртыға тиклем марафон маршруты буйынса юлдар ябылып торасаҡ.