Ял көнө йәрминкәләре башлана

Тулыраҡ: Ял көнө йәрминкәләре башлана

Башҡортостандың башҡалаһында 11-12 сентябрҙә ял көнө йәрминкәләре асыла. Халыҡта улар ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәләре, тип тә танылған.

Өфө ҡала хакимиәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса йәрминкәләр Дим, Орджоникидзе, Калинин, Киров, Октябрь, Совет райондарында ойошторола.

Йәрминкәләрҙә йәшелсә-емеш, бал, һаҡлауға айырым шарттар талап итмәгән башҡа төр аҙыҡ-түлек һатып алырға мөмкин.