Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш беренсе тапҡыр сурдотәржемә менән барҙы. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова дүрт сәғәт дауамында алмашһыҙ эшләгән ҡул хәрәкәте теле буйынса белгес Ирина Ильтубаеваның хеҙмәтенә лайыҡлы баһа бирҙе.
“Трансляцияны “Башҡортостан24” муниципаль каналы алып барҙы, -тип билдәләне министр, — Европалағы бар каналдар күптән сурдотәржемә менән эшләй. Рәсәйҙә ундайҙарҙы бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шулар араһында беҙҙең “Башҡортостан24” каналы”.
Башҡортостанда бер меңдән ашыу кеше русса ҡул хәрәкәте телен белә, төбәктә 4 200 һаңғырау йәшәй. Быйыл улар тәүге тапҡыр ғәмәлдәге ваҡытта тура бәйләнештә ҡатнаша алды.
Ленара Иванова билдәләүенсә, 2021 йылда Башҡортостан Рәсәйҙә инвалидтар өсөн уңайлы тормош мөхитен формалаштырыу буйынса биш пилот төбәк исемлегенә инде. Тап бөгөн ошо тәңгәлдә билдәләнгән яңы ысулдар ғәмәлгә индерелә башланы.