Киләһе йылдарҙа Урал аръяғы төбәктәре нисек үҫешер, тормош өсөн ниндәй уңайлыҡтар булдырылыр. Ошо һәм башҡа мөһим мәсьәләләр Сибайҙа 10 сентябрҙә асыласаҡ инвестиция һабантуйының көн тәртибенә сығарыла.
Сибай Урал аръяғы агломерацияһының баш ҡалаһы дәрәжәһенә лайыҡ. Башҡортстан Хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров инвестиция форумы Сибайҙың ошо ролен нығытыр, тигән ышаныс белдерҙе.
Инвестиция форумы Сибайҙа эшҡыуарлыҡ даирәһе, эксперттар һәм инвесторҙар араһында эшлекле осрашыуҙарҙы күҙ уңында тота. 2020 йылда үткән ошондай форумда партнерлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында 23 килешеү төҙөлгәйне. Республика ҡаҙнаһына был 10 миллиард һумлыҡ килем йәлеп итте.
“Урал аръяғы”нда эшлекле осрашыуҙан тыш бай йөкмәткеле мәҙәни программа ла көтөлә. 10 сентябрҙә Сибайҙа милли кейем фестивале, милли ризыҡтар конкурсы һәм «КумысFEST» байрамы була.
Ойоштороусылар форум сараларында Роспотребнадзор талаптарын үтәргә вәғәҙә итә.