Коронавирустан прививка талап ителмәй

Тулыраҡ: Коронавирустан прививка талап ителмәй

Башҡортостанда COVID-19 сиренән һауыҡҡандарға төнгө клубтар һәм спорт сараларына барырға рөхсәт ителә. Ҡайһы бер мәҙәниәт учреждениеларында прививка тураһында сертификат та, ПЦР тест һөҙөмтәләрен дә талап итмәйәсәктәр. Башҡортостан башлығы юғары әҙерлек тураһындағы указға яңы үҙгәрештәр индерҙе.

Вакцинация тураһындағы белешмә музей, күргәҙмә залдары һәм китапханаларға ингәндә талап ителмәй.

Бынан тыш, Бөйөк Британия һәм Төнъяҡ Ирландиянан ҡайтҡандар өсөн 14 көнлөк карантин бөтөрөлә. Коронавирус сирен үткәргәндәргә төнгө клубтар һәм спорт сараларына инеү ирекле.

Республикала күмәк саралар ойоштороуға тыйыу ғәмәлдә ҡала. Йәмәғәт урындарында битлек кейеп йөрөү мотлаҡ.