Урал Аръяғы Бөтә Рәсәй инвестиция форумының эшлекле өлөшөндө Инвестиция сәғәте планлаштырыла. Биш күләмле проект буйынса фекер алышыуҙар көтөлә. Инвестицияларҙың дөйөм күләме ике миллиард ярым һумдан ашыу.
Беренсе проект Ситно предприятиеһы яңыртып ҡороуҙы күҙ уңында тота. Тирмән комплексын модернизациялау, шул иҫәптән Сибайҙа цех төҙөп макарон изделиелар етештереү линияһын һатып алыу ҡарала. Был маҡсатҡа 815,9 миллион һум инвестиция күләме һалынған.
Икенсе проект Туймазы районы Ҡандра ҡасабаһында элеватор нигеҙендә таратып һатыу логистик үҙәген булдырыу, өсөнсөһө — Сибай һәм Өфө ҡалаларында имплантация һәм протезлау үҙәктәрен асыу тураһында. Шулай уҡ Белорет районында ағас эшкәртеү производствоһы Һәм "Шифа" компанияһының инвестиция инициативаһы хаҡында ла фекер алышыуҙар көтөлә.