Башнефть акциялары Башҡортостанда ҡаласаҡ, юлдарҙағы соҡорҙар йәй башына ямалырға тейеш

Тулыраҡ: Башнефть акциялары Башҡортостанда ҡаласаҡ, юлдарҙағы соҡорҙар йәй башына ямалырға тейеш

Республика башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында яңғыраған бер һорау ҙа яуапһыҙ ҡалманы. 2 сәғәттән ашыу ваҡыт эсендә Рөстәм Хәмитов алып барыусыларҙың, райондарҙағы күсмә студияларҙан һәм шылтыратыусыларҙан ҡабул ителгән 40-тан ашыу һорауға яуап бирҙе. Республика башлығы менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү Өфө халҡы өсөн яҡшы хәбәр менән башланды. Рөстәм Хөмитов тиҙҙән ВДНХ Экспо күргәҙмәләр комплексы биләмәһендә тарихи парк төҙөләсәге хаҡында әйтте.Эфирға тиклем ҡыҙыу линияға 10 меңдән ашыу һорау килгәйне. Мөрәжәғәттәрҙең күпселеге һуңғы арала дөйөм бәләгә әүерелгән юлдар торошона ҡағыла. Ҡыштың йылы булыуы арҡаһында асфальт ҡатламының таушалыуы бер кемде лә аҡламай. Тимәк, беҙгә юл төҙөлөшөндә төрлө һауа шарттарына яраҡлашҡандай материалдар ҡулланып эш итергә өйрәнергә кәрәк. Был мәсьәләне контролгә алырға теләүсе активистар, йәмәғәтселәр тик хупланасаҡ ҡына.Халыҡты борсоған тәүге 3 проблема исемлегендә торлаҡ мәсьәләһе лә бар. Стәрлетамаҡтағы Башстрой ойошмаһына аҡса индереп алданыусылар Рөстәм Хәмитовтан ярҙам һораны, алдағы йылға улар йортло буласаҡ. Ә төҙөүселәр халыҡтың ипотека алыу мөмкинлеге түбәнәйгәнлектән яңы йорттар һалыу тотҡарлыныуы хаҡында белдерҙе һәм ипотекаға ярҙам күрһәтеүҙе һораны. Авария хәлендәге һәм иҫкергән йорттарҙан күсереү программаһына инеүселәр ҙә мотлаҡ рәүештә яңы торлаҡ аласаҡ, тип белдерҙе республика башлығы. 8 ҡалала видеобәйләнеш ойошторолдо. Нефтекама халҡын тыуым артҡанлыҡтан мәктәптәрҙә урын етешмәү мәсьәләһе, ә Баймаҡтарҙы Урал аръяғының социаль-иҡтисади хәле борсоуға һала. Көрсөк шарттарында төбәктең иҡтисади хәле өсөн борсолоусылар ҙа етерлек. Кешеләрҙе республиканың социаль йөкләмәләрҙе тулыһынса үтәй алыу-алмауы ҡыҙыҡһындыра. Рөстәм Хәмитов барлыҡ түләүҙәр тулыһынса үтәлә, ҡыҫҡартыуҙар булмаясаҡ тине. Башнефтттең яҙмышы буйынса ла Башҡортостандың аныҡ ҡарашы. Беҙ уны бер кемгә лә бирмәйәсәкбеҙ.Ҡырым халҡының видеомөрәжәғәте үҙенә күрә йөм өҫтәне. Белогорский районында йәшәүселәр республика ярҙамы менән төҙөкләндерелгән балалар баҡсаһы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.Меңәрләгән проблемалы һорауҙар менән бергә Рөстәм Хәмитовтың шәхси тормошон да белергә теләүселәр булды. Нисек ял итә, ниндәй әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына. Әлбиттә улар ҙа яуапһыҙ ҡалманы.