Данияла “Ислам дәүләте” террор ойошмаһы менән бәйләнештәре булыуҙа шикләнгән 4 кеше ҡулға алынған. Махсус операция ваҡытында шулай уҡ бер фатирҙа ҡорал һәм шартлатҡыстар табылған.
Ҡушма Штаттар панама документтары нигеҙендә Рәсәйгә ҡарата санкцияларҙы киңәйтеүе ихтимал. Америка финанстар министрлығы Моссак Фонсека юридик фирмаһының киң мәғлүмәт сараларында яңыраҡ ҡына баҫылған документтарын ентекләп өйрәнергә ниәтләй. Американдар иһә Ҡушма Штаттарға коррупция менән тәү сиратта үҙ илендә көрәшергә кәрәк тип иҫәпләй. Америкалағы оффшорҙарҙа кем аҡсаһын йәшерә тигән һорауға яуап талап итә улар.
Американың техас штатындағы Бейтаун ҡалаһында Эксенмобил заводы яна, тип хәбәр итә Лайфньюс. Янғын сығыу сәбәптәре һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында теүәл мәғлүмәттәр юҡ.
Эттәр хоккей уйнаймы? Крузо һәм Окли ҡушаматлы таксаларҙы хужаһы туп менән хоккей уйнарға өйрәткән