Гүзәлиә Ишкилдина ҡулына диплом алғандан һуң бер йыл үҙ районында эшкә урынлаша алмай ыҙалай. Был юлы ул Йәштәр хеҙмәт биржаһы ойошторған йәрминкәлә ҡатнашып ҡарарға була.Вакансиялар физик мөмкинлектәре сикләнгәндәргә лә тәҡдим ителә. Буш эш урындары араһында ашнаҡсы, тегенсе, электрон иҫәп машинаһы операторы кеүек һөнәрҙәр бар.Йәштәр баш ҡаланың мәшғүллек үҙәге тәҡдим иткән вакансиялар менән яҡындан танышты. Сәнәғәт предприятиялары, нефть эшкәртеү, банк һәм сауҙа өлкәләренә ҡараған өс тиҫтәгә яҡын эш биреүсе ойошма вәкиле менән әңгәмәләште. Сараға килеүселәр хеҙмәт баҙарындағы хәлдәр, ниндәй һөнәрҙәргә ихтыяж барлығын белде.Эш менән тәьмин итеүселәр йәштәрҙең тәжрибәлеләренә өҫтөнлөк бирә. Шулай уҡ дипломдағы баһаларҙың юғары булыуы ла мөһим роль уйнай. Бындай талаптар иһә йәштәрҙең эшкә урынлашыу мөмкинселеген тағы ла ҡатмарлаштыра.
Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә йәштәр өсөн сираттағы вакансиялар йәрминкәһе үтте
Тулыраҡ: Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә йәштәр өсөн сираттағы вакансиялар йәрминкәһе үтте